Хәрби комиссариатҡа көнөнә 40-50 кеше мөрәжәғәт итә. Тәүҙә ир-егеттәр урындағы мобиль пунктҡа бара, медицина тикшереүе үтә. Һуңынан Өфөгә килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һәр кандидат ентекле тикшерелә. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән ир-егеттәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла.
Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр төҙөй ала. Хәрби хеҙмәт үтмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белеме булған көслө заттар ҙа Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүгә хоҡуҡлы.






