Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың II Республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Сара Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йыраусы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Икенсе турҙы уңышлы үткән 22 башҡарыусы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ҙур сәхнәһендә сығыш яһаны. Абдулла Солтановтың тормошо һәр кемебеҙгә һабаҡ булырлыҡ. Яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм булһа ла, күңелендәге нуры, йөрәк түренән урғылған моңо тирә-йүнде, кешеләрҙе йылытырға етте. Ошо фекерҙе тамашасыға еткереү өсөн сәхнә биҙәлешендә, ут менән эшләүҙең төрлө ысулдары ҡулланылған.
Абруйлы жюри ҡарары менән 1,2,3 урындарҙы икешәр конкурсант бүлеште.
«Башҡорт халыҡ йыр традицияларын һаҡлаусылар» номинацияһында Ырымбурҙан Флүзә Хәлитова, Силәбенән Харрас Фәйзуллин менән Винер Ҡәҙербаев, Хәйбулланан Тәнзилә һәм Нәзифә Ҡыҙрасовалар еңеүсе тип билдәләнде. «Һирәк яңғыраған башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар» араһында Йылайырҙан Сәкинә Юлгилдина, Өфөнән Гөлсинә Йәрмөхәмәтова, Мәләүездән Рәйхана Хафизова еңеп сыҡты.
«Ашҡаҙар моңдары» конкурсында ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киң. Бөйөк йыраусы Абдулла Солтановтың 95 йыллығына арналған күләмле сара конкурсанттары - Мәскәү, Силәбе, Ырымбур, Һарытау өлкәләренән, Марий Эл республикаһынан, Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан.
Республиканың билдәле шәхестәренән торған абруйлы жюри «тере тауыш» менән йырлау турына һайлап алыныусылар араһында 30-40 йәшлек йыраусыларҙың күп булыуын билдәләне. Быуаттар төпкөлөнән килгән моңло халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы тамашасы ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләргә күмде.
«Ашҡаҙар моңдары-2023» республика конкурсанттары башҡорт халыҡ йырҙарына сарсаған тамашасыға йөрәу түренән сыҡҡан моңдарын бүләк итте. Рәхмәтле тамашасы уларҙы аяғүрә баҫып көслө алҡыштарға күмде.
«Ашҡаҙар моңдары-2023» республика конкурсының йомғаҡлау сараһы Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтановҡа хөрмәт, халыҡ йырҙарына тәрән һөйөү менән һуғарылды. Халыҡ йырҙары заманса техник саралар ярҙамында ҙур сәхнәнән күрһәтелде. Рәссам Даян Вәлиуллин иһә халыҡ йырҙарына төҫлө открыткалар төшөргән. Улар аша тамашасы йырҙар тарихы менән дә таныша алды.
Гүзәл Борханова



