Радий Хәбиров Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусы төҙөлөшө барышы менән яҡындан танышты

Эштәр «Фән һәм университеттар» милли проекты буйынса башҡарыла. Объект ике сиратта төҙөлә. Беренсеһе, 36 мең квадрат метрға иҫәпләгән Ай Кю парк йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әле бинала биҙәкләү эштәре бара. Эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Башҡортостан башлығы бинаның эске һәм тышҡы дизайны менән танышҡандан һуң, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Ай Кю парк бинаһында Башҡортостан башлығы шулай уҡ төҙөлөштөң беренсе сиратын тамамлау мәсьәләһенә арналған кәңәшмә лә уҙғарҙы. Лабораториялар, офистар һәм аудиториялар өсөн йыһаздар юғары уҡыу йорттарының тәҡдимдәренән сығып алынған. 15 ноябрҙә биналар Евразия фән һәм мәғариф үҙәгенә ингән уҡыу йорттары ҡарамағына тапшырыла. Башҡортостан башлығы кәңәшмә барышында кампус төҙөлөшөнөң икенсе сираты буйынса ла фекер алышты. Әле буласаҡ объекттың иҡтисади һәм техника күрһәткестәре, архитектура һәм планлаштырыу ҡарарҙары, инженер коммуникациялар буйынса мәсьәләре хәл ителә. Кампусҡа аудитория-лабораториялар блогы, геном үҙәге һәм торлаҡ модулдәре инә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ