Талбазы икмәк бешереү комбинаты һуңғы бер йыл эсендә 400 млн һум килем алыуға ирешкән

Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы сиктәрендә үҫешкән предприятиела ҡамыр-ҡалас продукцияһы ассортименты киңәйтелгән. Әйткәндәй, йөҙҙән ашыу кооперативты берләштергән «Башпотребсоюз» йәмғиәте республика буйынса 3 миллиард һумдан ашыу табыш алған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Талбазы икмәк бешереү комбинаты ассортименты йылдан-йыл яңы ризыҡтар менән тулылана. Хуш еҫле ауыл икмәктәре менән бер рәттән цехта сәләмәт туҡланыу ҡағиҙәләре буйынса махсус бешерелгән икмәктәр урын ала. Көн һайын иртә менән яңы бешкән икмәкте машиналар кибеттәргә алып барып еткерә.

Икмәк бешереү комбинаты Ауырғазы районы ҡулланыусылар йәмғиәте сиктәрендә эшләй. 1968 йылда ойошторолған предприятие бөгөнгө көнәркәшлек шарттарында алдынғылар рәтендә иҫәпләнә.

Шулай ҙа бәләкәй ауылдарға тауар йөрөтөү менән бәйле ҡатмарлыҡтар ҙа бар. Район үҙәгенән 50-70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан биләмәләргә икмәк еткереү иҡтисади күҙлектән отошло түгел, әммә предприятие етәкселеге сифатлы продукция һәр ҡулланыусы өҫтәленә барып етергә тейеш тигән фекерҙә.

Республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы 120 кооператив ойошманы берләштерә. Күбеһенсә улар йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә продукция етештереү эшмәкәрлеге алып бара. «Башпотребсоюз» сиктәрендә ярты йыл эсендә 3 миллиард һумдан ашыу килем алынған. Ойошма йылдам үҫешкәндә ҡулланыусыларға юғары сифатлы продукция еткерелә, эшселәргә хеҙмәт урыны булдырыла, төбәктә эшҡыуарлыҡ үҫешә.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ