«Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә планға ингән бөтә майҙан файҙаланыуға тапшырылған

«Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә планға ингән бөтә 206 майҙан да файҙаланыуға тапшырылған. Ошо маҡсатта 1 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Әйткәндәй, ремонтҡа бүленгән финанс күләме лә, төҙөкләндерелгән ихаталар һаны ла йылдан-йыл арта. Ихаталар баш ҡалала һәм республиканың башҡа төбәктәрендә тәртипкә килтерелә. Тулыраҡ Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Хатта, ямғыр аҫтында ла кескәйҙәр сәғәттәр буйы уйнарға әҙер. Быға тиклем ихатала балалар майҙансығы булмаған. Яңыһы “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Иҫәбе буйынса был Мәләүез ҡалаһындағы 16-сы төҙөкләндерелгән майҙан.

Ихата 7 йортто берләштерә. Ремонттан һуң, бында 3 балалар һәм 2 спорт майҙасығы барлыҡҡа килгән. Яңы тротуар һалынған, юлдарға асфаль түшәлгән. Автоһәүәҫкәрҙәр уңайлығы өсөн өҫтәмә парковка урындары булдырылған. Яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Ихатала йәшәүселәр биләмәне йәшәлләндереү менән ярҙам иткән.

Был ихатала йәшәүселәр 2020 йылда уҡ программала ҡатнашыуға заявка биргәйне. Ниһайәт, 3 йыл үткәс, уларҙың теләге тормошҡа ашты. Майҙан тәртипкә килтерелгәс, улар «Республиканың иң яҡшы ихатаһы» конкурсына эләкте.

Алһыу Ковинская, Мәләүез ҡалаһы хакимиәте бүлеге етәксеһе

Быйыл программа сиктәрендә Салауат ҡалаһында ла 2 ихата тәртипкә килтерелгән. Төҙөкләндереү апрелдә башланған. Төҙөүселәр әйтеүенсә, ремонт эштәре барышында ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килгән, әммә эш ваҡытында тамамланған.

Ихатала ямғыр канализациялары яһаныҡ. Элеккесә, бында һыу йыйылып ятмаясаҡ. Бөтә эшкә кәмендә 5 йыл гарантия ҡаралған.

Александр Рыбин, подрядсы ойошма вәкиле

“Башҡортостан ихаталары” программаһы артабан да дауам итәсәк. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Республика халҡы икенсе йылда төҙөкләндерәләсәк ихаталар проектын әҙәрләү менән мәшғүл. Декабрҙә һайлап алыу һөҙөмтәһендә ремонтланасаҡ ихаталар исемлеге раҫланасаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ