«Башнефтегеофизика» предприятиеһы Республика кардиология үҙәгенә ике ультратауыш ҡоролмаһы тапшырҙы

«Башнефтегеофизика» компаниялар төркөмө Республика кардиология үҙәгенә ике ультратауыш ҡоролмаһы тапшырҙы. «Башнефтегеофизика» предприятиеһы социаль проекттарҙа, хәйриә ярҙамы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Акционерҙар йәмғиәте коронавирус эпидемияһы осоронда Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының ковид ауырыуҙар ятҡан палаталарын кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыуҙы ойоштора.

Предприятие кардиология үҙәге менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. «Башнефтегеофизика» хеҙмәткәрҙәре дауаханала ятҡан балаларға уйынсыҡтар, һыҙма материалдар алып килә. Был юлы компания медицина учреждениеһына заманса ультратауыш ҡоролмалары бүләк итергә булған. Сөнки һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланыусылар арта. Ә ауырыуҙы ваҡытында диагностикалау, дауалау кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итә.

Кардиология үҙәге табиптары әйтеүенсә, медицина тикшеренеүе үтергә килеүселәр күп, яңы ҡоролмалар көтөү ваҡытын ҡыҫҡартырға, диагностика сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Республика кардиология үҙәгенең поликлиникаһы аша йыл һайын 17 меңдән ашыу пациент үтә. Үҙәктә йылына 16 мең операция яһала.

Был ултратауыш ҡоролмаларын һуңғы быуын аппараттары тип атарға мөмкин. Улар медицина тикшеренеүҙәрен молекуляр нигеҙҙә үткәрергә, йәғни бәләкй генә тайпылыштарҙы асыҡларға, теүәл диагноз ҡуйырға булышлыҡ итә. Ә дөрөҫ диагноз һөҙөмтәле дауалауҙың нигеҙе булып тора.

Рауил Дәүләтов, «Башнефтегеофизика» компаниялар төркөмөнөң һаулыҡ һаҡлау буйынса баш белгесе

«Башнефтегеофизика» предприятиеһына хәйриә ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ. Был ультрауыш ҡоролмалары табиптарға түгел, тәү сиратта пациенттар өсөн кәрәк. Тыуған республикаһын, халҡын яратҡан етәкселәр генә кешеләрҙең сәләмәтәлеге хаҡында хәстәрлек күрә, ярҙам күрһәтә тип уйлайым. Заманса аппараттар беҙҙең кардиология үҙәгендә медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртасаҡ.

Ирина Николаева, Республика кардиология үҙәге баш табибы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ