Кампус “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы концессион килешеү буйынса һалына. Объект төҙөлөшө ике өлөшкә бүленгән. IQ-парк йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Радий Хәбиров юғары уҡыу йорттарына буласаҡ лабораторияларҙы йыһазландырыуҙы һуңлатмаҫҡа һәм төҙөүселәргә йылдам эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Төҙөлөштөң икенсе өлөшөнә бәйле биләмәлә күп ҡатлы ятаҡханалар һәм башҡа биналар барлыҡҡа килә. Бында 4,5 мең студент һәм уҡытыусы йәшәй аласаҡ. “Объект 2025 йылдың декабренә тиклем төҙөлөп бөтөргә тейеш”, - тине Радий Хәбиров.







