Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә төп күрһәткестәр менән таныштырҙылар. Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, быйыл 3 миллион 200 мең тонна ашлыҡ йыйылды. Һәр өсөнсө кеше ауылда йәшәй һәм эшләй. Һуңғы 5 йылда федераль программа буйынса 1 мең 300-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Әле республика мәктәптәрендә 2 меңдән ашыу бала 90 агрокласта белем ала.




