Башҡортостанда балалар лагерҙары тәртипкә килтерелә

Йәйге каникулға ял итеү үҙәктәрендә тиҙ төҙөлә торған биш бина сафҡа инә. Бынан тыш, ҡала ситендәге бер лагерь төҙөкләндерелә. “Төбәктәр араһында өҫтәмә федераль конкурс йомғаҡтары буйынса шундай ҡарар ҡабул ителде”, ти Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Башҡортостанда балалар лагерҙары тәртипкә килтерелә

Быйыл тиҙ төҙөлгән 49 урынлыҡ корпустар Өфөнөң “Аҡсарлаҡ”, Шишмә районының “Патриот” паркында, Стәрлебаш һәм Илеш райондарында төҙөлгән. Бының өсөн 123 миллион һум тотонолған.

Фото №1 - Башҡортостанда балалар лагерҙары тәртипкә килтерелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ