Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Мостай уҡыуҙары үтте

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы үткәргән Мостай уҡыуҙарында 11 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Бөгөн гимназияла конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Быйыл 14-се тапҡыр ойошторолған сарала үҙен Мәскәү, Санкт- Петербург ҡалаларынан, Силәбе өлкәһе, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа төбәк уҡыусылары ла һынап ҡараған. Конкурс эштәре дүрт номинация буйынса баһаланған. Еңеүсе 67 уҡыусыға диплом һәм бүләктәр тапшырылды. Кисәлә әҙиптең ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова, әҙәбиәт әһелдәре, мәғариф хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ