Төбәк-ара форум Силәбе өлкәһе Хөкүмәте менән Миәс ҡала округы хакимиәте ярҙамында уҙғарылды. Ул Көньяҡ Урал граждандар башланғыстарына ярҙам фонды тарафынан граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Силәбе өлкәһе губернаторы грантына ойошторолдо.
Ғилми-ғәмәли конференция пленар ултырыштан башланды. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың йөкмәтлкеле докладтарынан һуң Башҡортостан делегацияһы тарафынан «Аҡмулла» журналы күсермәләрен тапшырыу тантанаһы үтте.
Аҡмулла милли әҙәбиәттең үҙәк фигураларының береһе булып тора. Мәғрифәтсе-шағир ижады башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Башҡортостан халыҡсан шағиры менән айырыуса ғорурлана. Уның, » Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк», тигән юлдарын һәр бала ятҡа белә. Педагогия университетына, урамдарға Аҡмулла исеме бирелгән.
Ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә Миәс ҡала округының тыуған яҡты өйрәнеү һәм Башҡортостан республикаһының әҙәби музейы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
«Аҡмулла уҡыуҙары» төбәк-ара конференцияһы өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Конференция барышында Аҡмулла ижадының уникаль өлгөләренән ғилми күргәҙмә ойошторолдо.
Башҡортостандың милли әҙәбиәт музейы иһә Аҡмулланың шәжәрәһе күсермәһен алып килгән. 1834 йылғы ревизия материалдары буйынса тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров Мифтахетдин Аҡмулланың мең ырыуы башҡорто икәнен иҫбатлаған. Архив документарына таянып эшләнгән шәжәрә Миәс ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырылды.
«Аҡмулла уҡыуҙарында» ҡатнашыусылар киләһе йылдарға ла мәғрифәтсе-сәсән ижады һәм биографияһындағы быға тиклем асыҡланмаған факттарҙы тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатын ҡуйҙы.
Гүзәл Борханова






