Улар араһында 9 бала ла бар. Бөтә фажиғәле осраҡтарҙа ла улар өлкәндәр ҡарауынан тыш һыу ингән булған. Был турала миҙгел йомғаҡтарына арналған комиссия ултырышында белдерелде.
Һыу инеү миҙгеле артта ҡалһа ла, тынысланырға ярамай. Сөнки йылға-күлдәрҙә бәхетһеҙ осраҡтар теркәлеп тора. Айырыуса көндәр һыуытып, йоҡа боҙ барлыҡҡа килеү менән фажиғәләр арта. Шуға ла комиссия ағзалары балыҡсылар күпләп йыйылған урындарҙа рейдтар үткәреү мөһимлеген билдәләне. Бынан тыш, балаларға ла айырым иғтибар талап ителә.
Йәйге миҙгелдә республикала 149 урында йыһазландырылған пляж эшләгән, был былтырғыға ҡарағанда, 26-ға күберәк. Республика рәсми пляждар иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Комиссия ултырышында һыу ятҡылыҡтарында фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса саралар күрергә, киләһе йылға пляждар һанын 200-гә еткереү бурысы ҡуйылды.






