Нуриман районында Ғәйнан Хәйриҙең тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан иҫтәлекле таҡтаташ асылды

«Боролош» романының авторы Ғәйнан Хәйриҙең тыуыуына - 120 йыл. Яҙыусыны иҫкә алыу сараһы Нуриман районы Иҫке Күл ауылында үтте.

Урындағы мәктәп бинаһында иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Тантанаға ауылдаштар, мәктәп уҡыусылары, Көҙәй ырыуы башҡорттары йыйыны вәкилдәре йыйылды. Сарала Ғәйнан Хәйри тураһында яҡты хәтирәләр яңғыраны.

Таҡтаташ асыу тантанаһынан һуң ҡунаҡтар мәктәп музейы менән яҡындан танышты. Бында Көҙәй ырыуы башҡорттары тарихына ҡағылған бай экспонаттар тупланған. Иҫке Күл ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә был көндә «Ғәйнан Хәйри уҡыуҙары» ойошторолдо.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ