Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында милли көрәш буйынса район спартакиадаһы үтте. Унда 12 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге йәш спортсылар көс һынашты.
Баймаҡтың йәш көрәшселәре бер майҙанда. Был милли спорт төрө көс, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ талап итә. Йыл һайын үткәрелеп килгән спартакиада был юлы район мәктәптәренән 100 - ҙән ашыу үҫмерҙе йыйҙы.
Шамил Хәмитов көрәш менән 3-сө кластан шөғөлләнә. Ул төрлө кимәлдәге турнирҙарҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай. Был юлы ла йәш спортсы үҙ көсөн һынап ҡарарға булған.
Баймаҡ районында милли көрәш үҫешә. Йыл һайын уҙғарылған спартакиадаға килеүселәрҙең күп булыуы ла шуны дәлилләй. Был юлы ла үҙ көсөн, таһыллығын һынаусы үҫмерҙәр араһынан да киләсәктә район, республика данын яҡларҙай спортсылар үҫеүенә ышаныс ҙур.
Альбина Байегетова



