Радий Хәбиров республика мосолмандарының диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Фәләстандың тыныс халҡына гуманитар ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. Бөгөн Радий Хәбиров республика мосолмандарының диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән осрашты. Унда Фәләстандың тыныс халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды.

Ҡазаға тарыусыларға ярҙам ойоштороу башланғысын дин әһелдәре һәм битараф булмаған яҡташтарыбыҙ күтәреп сыҡҡан. Радий Хәбиров халыҡтың тәҡдимен хупланы һәм Фәләстандың тыныс халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға гуманитар йөк йыйыу һәм оҙатыу буйынса эште ойошторорға, ә муниципалитеттарға - халыҡҡа мәғлүмәт еткерергә һәм урындарҙа тейешле эште яйға һалырға ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ