Гүзәл заттар урындағы мәҙәниәт йортонда йыйылып яугирҙарға маскировкалау селтәрен үрә. Ҡатын-ҡыҙҙар йәйге көндәрҙә меңәрләгән селтәр әҙерләп ебәргән. Әле улар ҡышҡылыҡҡа аҡ төҫтәге туҡыманан селтәр үрә. Яугирҙар күңел йылыһы менән әҙерләнгән маскировкалау селтәрҙәрен хәрби техника, блиндаждар һәм окоптарҙы йәшереү өсөн ҡуллана.
Бынан тыш, Талбазыла район ветерандары советы ҡатнашлығында яугирҙарға гуманитар ярҙам тупланған. Эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, битараф булмаған кешеләр көсө менән транспорт саралары юлға әҙерләнгән. Гуманитар ярҙам менән берлектә көндәлек кәрәк-яраҡтар, шәхси посылка, йылы әйберҙәр ҙә оҙатыла.






