Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҡаһарманлығы мәңгелек. Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылы халҡы һуғыш һәм тыл ветерандарына 70-се йылдарҙа ҡуйылған мемориал комплексты яңыртты. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларының ташҡа яҙылған исемдәре шул килеш ҡалдырылған. Биләмә киңәйтелеп, уңайлыҡтар булдырылған. Киләһе йыл эргә -тирәгә сәскәләр ултыртыу ҙа ҡарала. Проект «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» ярҙамында тормошҡа ашырылған.






