«Ялла» вокаль - инструменталь ансамбль төркөмө етәксеһе Урта Азияның бөтә илдәре башҡорттарын берләштереү башланғысы менән сығыш яһаны.
Үзбәкстанда башҡорт диаспораһы ҙур. Бынан тыш, башҡорттар менән үзбәктәрҙе мәҙәниәт, берҙәм дин һәм күп быуатлыҡ тарих берләштерә. Улар һәр ваҡыт рухи яҡтан яҡын халыҡтар булып ҡала, ти Фәррух Закиров. Ул йәштәрҙе Батыр Закиров исемендәге милли эстрада институтына уҡырға саҡырҙы. Республикалар иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә әүҙем хеҙмәттәшлек итә, социаль, мәғариф, мәҙәни һәм спорт проекттары тормошҡа ашырыла. Башҡортостан менән Үзбәкстан һәр ваҡыт ышаныслы партнерҙар булды һәм булып ҡала.
БЮТ ижади төркөмө ярҙамында «Ялла» ижадын һөйөүселәрҙең береһе, уның йыры ҡасандыр ҡыҙына иҫән ҡалырға ярҙам иткән ханым, Фәрух Закировҡа рәхмәт белдерҙе. Бынан 18 йыл элек уның ҡыҙы команан сыға, әммә реанимацияла була, һөйләшә алмай. Сабый «Учкудук өс ҡоҙоҡ» тип сарсауын йыр һүҙҙәре менән еткерә. Табип уға һыу бирә һәм мөғжизә менән тормош менән үлем араһында ятҡан бала иҫән ҡала. Әлфиә Вәлиуллина Ғафури районында йәшәй. Ул осраҡлы рәүештә «Ялла» төркөмө солисының Өфөгә килеүе тураһында белеп ҡалып яңылыҡтар хеҙмәте ярҙамында уның менән бәйләнешкә инә алды.



