Бөгөн Радий Хәбиров Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин менән осрашты. Әңгәмәлә һүҙ Палестина халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү тураһында барҙы. “Логистика үҙәге тотороҡло эшләй. Унан махсус хәрби операция биләмәһенә ылауҙар даими оҙатыла. Халыҡҡа Палестина өсөн ярҙам тупланыуы хаҡында иғлан итегеҙ”, тине Радий Хәбиров.
Палестина һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Газа секторында 9 меңгә яҡын кеше һәләк булған, 24 меңдән ашыуы яраланған. ТАСС белдереүенсә, уларҙың күбеһе ҡатын-ҡыҙҙар, ололар һәм балалар. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин:
Беҙҙең ил Израилде тиҙ арала ҡанҡойошто туҡтатырға саҡыра. Рәсәйҙең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы даими вәкиле Василий Небензя Газа секторындағы хәлдәрҙе глобаль фажиғә тип атаны. Атыш һәм бомбаға тотоуҙы бөгөн туҡтатмаһаҡ, конфликт оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал, тине ул.







