Радий Хәбиров террорға ҡаршы төбәк комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе

Көн тәртибендә - экстремистик идеологияға һәм йәмғиәтте тарҡатыуға йүнәлтелгән мәғлүмәт һөжүмдәренә ҡаршы тороу мәсьәләләре ҡаралды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар миллә һәм конфессия-ара конфликттарҙы иҫкәртеү буйынса төп бурыстарҙы ҡараны.

Берлектәге эш йүнәлештәре иҫәбендә - йәштәр араһында әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән уҡытыу семинарҙарын ойоштороу һорауҙары күтәрелде. Башҡортостан Башлығы ведомство-ара эште ойоштороу һәм ҡуйылған бурыстарҙы оператив хәл итеү йәһәтенән аныҡ саралар исемлеген әҙерләргә ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ