Башҡортостанда төрлө программалар бар, улар кешеләрҙең тормошон сифатлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итә. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» - өлкән быуын кешеләренә сәйәхәт итергә, өйҙән сығырға, хәрәкәт итергә, аралашырға мөмкинлек бирә. Төбәк етәксеһе Өфөнөң Совет майҙанында Дыуан районы туристары менән аралашты. Радий Хәбиров экскурсиға килеүселәргә Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған программалар, улар ярҙамында сит илдәргә барыу мөмкинлеге тураһында һөйләне.
Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында Радий Хәбиров Межгорье һәм Октябрьский ҡалалары уҡыусыларын да осратты. Балалар баш ҡалаға «Мәктәп туризмы» программаһы буйынса экскурсияға килгән. Төбәк етәксеһе йәш быуындың тәьҫорттары менән ҡыҙыҡһынып, иҫтәлеккә фотоға төштө.



