«Патриот» хәрби-патриотик паркында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары хәрби әҙерлек үтте

Уҡыусыларҙың каникулында уҡытыусылар парта артына ултырҙы. Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары хәрби -медицина, строевой,тактик һәм атыу әҙерлеге үтте. «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проектына ярашлы ойошторолған белем биреү программаһы хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Республиканың төрлө райондарынан утыҙлап ир-уҙаман ялан шарттарында тактик әҙерлек нигеҙҙәрен өйрәнә. Асыҡ урында хәүефһеҙ шарттарҙа ҡоралды уңайлы һәм ышансылы тотоп атыш алып барыу алымдарын ҡабатлай.

Был бүлмәлә шөғөлләнеүселәр алдында автоматты 24 секундта йыйып, 16 секунда һүтеү бурысы тора. Мәсьәлә еңелдән булмаһа ла, башланғыс хәрби әҙерлек фәне уҡытыусылары был эште күҙ асып йомған арала теүәл үтәй. Уҡытыусылар белемен камиллаштырыу тәҡдименә ҡуш ҡуллап ризалашҡан.

Советтар союзы тарҡалғандан һуң, башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре мәктәп программаһынан алып ташлана. Һөҙөмтәлә бер-нисә быуын йәштәре хәрби -медицина, строевой,тактик һәм атыу әҙерлеге нигеҙҙәрен белмәй үҫә. Киләһе уҡыу йылынан мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек фәне индерелә. Шуға күрә был фәнде уҡытыусыларҙы әҙерләү йылдам темп менән алып барыла. Йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүселәргә пилотһыҙ осоу аппартаттары менән идара итеү дәрестәре лә ойошторолдо. Өс көнлөк күрстарҙы тыңлаусылар алдында 72 cәғәткә иҫәпләнгән уҡыу прграммаһын үҙләштереү маҡсаты ҡуйылған.

Электрон тирҙа атыу буйынса дәрестәр ойошторола. Автомат магазиндары ҡыҫылған һауа менән тултырыла, мылтыҡтан атҡанда бик уңайлы. Атыу буйынса 85 мәрәй йыйыусы уҡытыусыларға бишле билдәһе ҡуйыла.

Был мотоуҡсыларҙы бүлеген атыуға әҙерләү комплексы. Габаритлы макеттар оригиналдар ҙурлығында. Был кабинетта тыңласыларға пневматик система һәм акустика ярҙамында автоматтан дөрөҫ тоҫҡап ут асыу мөмкинлеге өйрәтелә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ