Был көндөң тарихы 17-се быуатҡа барып тоташа. 1612 йылдың 4 ноябрендә Түбәнге Новгородтан староста Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский халыҡ ополчениеһы ойоштора. Уларҙы поляк баҫҡынсыларына ҡаршы күтәрә һәм Мәскәүҙе азат итә. Халыҡтар берҙәмлеге көнө төрлө милләт кешеләренең берләшеүен сағылдыра.







