Башҡортостанда бөгөн “Сәнғәт төнө” уҙа

Акция быйыл “Рәсәй берләштерә” исеме аҫтында үтә. Унда 100-ҙән ашыу музей, китапхана, мәҙәниәт–күңел асыу учреждениеһы ҡатнаша. Өфөлә, мәҫәлән, ҡала планетарийында нәфис фильм күрһәтелә, рәсемдәр күргәҙмәһе ҡуйыла, уйындар үтә. Сергей Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында оҫтаханалар эшләй, яҙыусылар менән осрашыуҙар була, шулай уҡ күңел асыу саралары ойошторола. “Сәнғәт төнө”нә килеүселәр “Пушкин картаһы”н ҡуллана ала.

Фото №1 - Башҡортостанда бөгөн “Сәнғәт төнө” уҙа
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ