Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан ошо турала белдерәләр. Быйыл республикала 8 мең ярымдан ашыу янғын теркәлгән. Ведомство хеҙмәткәре Булат Хәйретдинов әйтеүенсә, янғын башланғас та ҡотҡарыусыларҙы саҡыртыу мөһим.
Ҡотҡарыусылар халыҡҡа фатир һәм йорттарға янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйырға кәңәш итә. Ул бер нисә категорияға ҡараған кешеләргә бушлай таратыла.







