Армиянан алып ҡалыу тураһында реклама тыйыла

Республика парламенты федераль законға төҙәтмәләр тәҡдим итте. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, әле бындай реклама ныҡ таралған. Армияға бармаҫҡа теләүселәргә аҡсаға юридик, консультацион, медицина хеҙмәттәре тәҡдим ителә. Законлы нигеҙҙә хеҙмәттән алып ҡалырға вәғәҙәләйҙәр, тине ул. Проект ҡабул ителһә, бындай реклама тыйыла, законды боҙоусыларға ҙур штраф һалына.

Фото №1 - Армиянан алып ҡалыу тураһында реклама тыйыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ