Республика ҡан тапшырыу станцияһында донор хәрәкәтенә ярҙам акцияһы үтте

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Республика ҡан тапшырыу станцияһында донор хәрәкәтенә ярҙам акцияһы үтте. Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә ойошторолған сарала теләге булған һәр кем килеп ҡан тапшыра ала.

Табиптар әйтеүенсә, ҡан компонентттарына ихтыяж һәр ваҡыт бар. Даими хеҙмәттәшлек иткән донорҙар булһа ла, базаны тулыландырып тороу талап ителә. Күптәр был хәрәкәткә яҡындары бәлә-ҡазаға тарығандан һәм сит кешене ҡаны ярҙамында ғүмерҙәрен ҡотҡарғандан һуң ҡушылып китә. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған акцияла Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте ирекмәндәре донорҙарға резус фактор яҙылған значоктар ҙа тапшырҙы. Йәштәр фекеренсә, был акцияны популярлаштырырға ярҙам итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ