«Салауат Юлаев» үҙ боҙонда «Аҡ Барс» клубын ҡабул итте. Беренсе осорҙа командалар уңышҡа өлгәшә алманы. Тәнәфестән һуң Иван Дроздов иҫәпте асыуға өлгәште. Өсөнсө осорҙоң дүртенсе минутында Иван Дроздовҡа йәнә уңыш йылмайҙы. Күп тә үтмәй Михаил Науменков өсөнсө шайбаны индерҙе. Дәғүәселәр уйын аҙағында бер гол менән генә яуап ҡайтара алды. Иҫәп 3-1. Юлаевсылар рәттән икенсе еңеү яулап, 31 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһында дүртенсе баҫҡысты биләй. Иртәгә яҡташтарыбыҙ Новосибирскиҙың «Себер» клубын ҡабул итә.




