Радий Хәбиров «Курчатов институты» ғилми-тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчук осрашты

Башҡортостан «Курчатов институты» менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Курчатов институты» ғилми-тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчук осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте үҫтереү, шулай уҡ берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Михаил Ковальчук билдәләүенсә, үҙәк 20 мең ғилми хеҙмәткәр эшләгән 20-нән ашыу институтты берләштерә. Шулай уҡ илдең 82 мәктәп базаһында «Курчатов класы» проектын тормошҡа ашыра. Республика башлығы фән һәм мәғариф, фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр, йәштәр сәйәсәте һәм башҡа йүнәлештәрҙә методик тәжрибә уртаҡлашыуҙың мөһимлеген айырыуса билдәләне.

Сәфәр сиктәрендә төбәк етәксеһе үҙәктең фәнни-техник базаһы һәм уның төрлө йүнәлештәр буйынса эшмәкәрлеге менән танышты. Атап әйткәндә, Радий Хәбиров 1946 йылда совет атом проектын тормошҡа ашырыу өсөн ебәрелгән беренсе ватан Ф-1 ядро реакторын ҡараны, һуңғынан почетлы ҡунаҡтар китабына яҙма ҡалдырҙы. «Атом технологияларын уйлап табыусыларҙың аҡылына һәм ҙур ныҡышмалылығы алдында баш эйәм. Беҙ бөгөн бында бөйөк тарихҡа ҡағылдыҡ, - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ