Ленин урамында урынлашҡан 249 фатирлы йорт 2019 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Әммә Госстрой компаниялар төркөмө банкрот булыу сәбәпле, төҙөлөш туҡтатыла. Яңы инвестор «Садовое кольцо» компаниялар төркөмө күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөштө тамамланы. Йорт туйлаусыларҙың шатлығын БЮТ ижади төркөм дә уртаҡлашты.
Күптән көтөлгән фатир асҡыстары ниһайәт, хужаларына тапшырылды. Ғаиләләр тиҙҙән өй туйлаясаҡ. Барлығы 249 фатирҙан торған йорт тулыһынса төҙөлөп бөткән, әле объект ҡаҙанлыҡҡа тоташтырыла. Хужалар сикһеҙ шат, сөнки күптәргә ипотека менән бер рәттән ҡуртымға алынған торлаҡ өсөн дә түләргә тура килгән.
Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларҙың йорттарын былтыр яңы инвестор «Садовое кольцо» компаниялар төркөмө төҙөп бөтөрә тип вәғәҙәләнгәйне. Алданыусылар яңы инвестор вәкилдәре, республиканың төҙөлөш министрлығы менән 2022 йылдың октяберендә осрашҡайны. Вәғәҙә - иман. Бөгөн фатир хужалары йорт туйлай.
Йәш ғаилә яңы фатирҙы балалары тыуғансы уҡ һатып ала. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса Андреевтарға әҙер торлаҡҡа ике улы менән күсергә тура килә. Әле ғаилә ике бүлмәле фатирында ремонт эшләргә әҙерләнә. Башҡараһы эш күп, әммә иң мөһиме торлаҡтың документтары ҡулыбыҙҙа тип һөйөнә улар. Баш ҡалала Андреевтар менән бер рәттән быйыл өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусы 2 мең кешегә фатир асҡысын тапшырыу күҙаллана.
Әле республикала 24 проблемалы объект иҫәпләнә, бер мең ярым кеше түҙемһеҙлек менән һатып алынған квадрат метрҙарын көтә. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар йыл аҙағына тиклем үҙ фатирҙарына күсер тип күҙаллана.
Лилиә Мәҡсүтова






