Луганск һәм Донецк госпиталдәренә, шулай уҡ яңы ялан госпиталендә дауаланыусылар өсөн гуманитар ярҙам. Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Халыҡ фронты тарафынан хәрбиҙәргә медикаменттар, реабилитация һәм шәхси гигиена әйберҙәре, шифалы башҡорт балы әҙерләнде. Барлыҡ әйберҙәр госпиталдәрҙең ихтыяжынан сығып йыйылған. Ылауҙы ойоштороуҙа республика һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, Бишбүләк районынан «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» һәм «Барыһы ла еңеү өсөн» ирекмәндәр ойошмаһы ҡатнашҡан. Ылау бөгөн тәғәйен урынға юлланды.






