Сара район хакимиәте һәм өҫтәмә белем биреү үҙәге тарафынан ойошторолдо. Дискуссия майҙансыҡтарында ун һигеҙ мәктәп етәкселеге, тәжрибәле педагогтар, ата-әсәләр комитеты вәкилдәре һәм балалар ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Мәктәп уҡыусылары телестудияға экскурсияға килеп, үҙҙәрен хәбәрсе, оператор ролендә һынап ҡараны. Заманса технологиялар ярҙамында видеотехника менән эшләргә өйрәнде. Фекер алышыуҙың төп темаһы «хыялдағы мәктәп». Һорау-яуап формаһында һәр кем фекерен яҙҙырта ялды. «Умникум» мәҙәни-мәғариф үҙәгендә үҫмерҙәр өсөн тиҫтәгә яҡын интерактив майҙансыҡ эшләне, унда яңы һөнәрҙәргә, ҡул эштәренә өйрәттеләр.
Үҙәктә балаларҙан тыш, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн дә дискуссия майҙансыҡтары, стратегик сессия ойошторолдо. Мәғариф фестивале Бөрө районының ун һигеҙ белем усағын берләштерҙе. Сарала ҡатнашыусылар уҡытыу һәм тәрбиә эшендә заманса алымдар өйрәнде.
Форумда район хакимиәте етәкселеге лә ҡатнашты, берҙәм эш һөҙөмтәһендә мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары барланды, үҫеш нөктәләрен булдырыуҙа мөһим социаль бурыстар ҡуйылды. Сара сиктәрендә хыялдағы мәктәп моделе лә билдәләнде.
Хыялдағы мәғариф системаһына ышаныслы аҙымдар. Быйыл Бөрө районында федераль программа буйынса дүрт мәктәптә капиталь ремонт уҙғарылһа, киләһе йыл ун бер белем усағын төҙөкләндереү ҡаралған. Бөгөнгө форумда проект документацияһын әҙерләү буйынса семинар үтте
Гөлназ Хәйбуллина



