Баш ҡалала Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте

Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар. Башҡортостан концерт залында бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров байрам менән ҡотлап дәүләт наградалары тапшырҙы. Берҙәмлек һәм дуҫлыҡ байрамы сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

Сарбаевтарҙың ғаиләһендә 12 милләт вәкиле. Үҙҙәренең өс балаһы янына тағы 14 баланы тәрбиәгә алғандар. Ырымбур өлкәһе Александровка районы Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе ишле ғаилә Башҡортостандың почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ғәли Ғәфиәт улы мәктәп автобусы водителе, ә Рәйсә Әхмәҙулла ҡыҙы клуб мөдире.

Берҙәмлек ғаиләнән башлана. Халҡыбыҙ тағы һынаулы осор кисерә, бер көс булып тупланыу ғына еңеү алып киләсәк. Республикала 160 милләт һыйынып ғүмер итә, беҙ ата-бабаларыбыҙ өлөгөһөндә бер төптән илгә таяныс булырға тейешбеҙ, тине Радий Хәбиров.

Тантаналы залда ер- һыуыбыҙҙы үҙ иткән төрлө милләт вәкилдәре йыйылған. Улар араһында Сапарморат Шанглиев 35 йыл Башҡортостанда ғүмер итә һәм башҡорт телендә иркен аралаша, хатта был телде башҡаларға өйрәтә алам, тип белдерә.

Утыҙ йылдан ашыу спектаклдәрҙә башҡарған ролдәр меңдәрсә. Ул сәхнәгә килеп сығыу менән, бер һүҙ өндәшмәһә лә, йөҙҙәрҙә йылмайыу барлыҡҡа килә. Тамашасыларҙы комик һәм драматик ролдәре менән әсир иткән Алмас Әмиров Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.

Башҡортостан социаль-иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк, әммә республиканың төп байлығы -күп милләтле халҡы. Республикала милли-мәҙәни үҙәктәр, фольклор коллективтары эшләп килә, тиҫтәнән ашыу телдә белем биреү ойошторолған.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ