Тарихи дата уңайынан Радий Хәбиров Өфөлә Дуҫлыҡ монументына сәскә гөлләмәләре һалды

1612 йылда был көндә Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге ирекле халыҡ ғәскәре Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат иткән. Халыҡтар дуҫлығын сағылдырған дәүләт байрамы бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Ватан һаҡсылары илбаҫарҙар менән көрәш алып барыу өсөн берләшеп, алғы һыҙыҡта хәрби хеҙмәтен башҡара.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө ата-бабаларҙан күсеп килгән батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек сифаттарын мәңгеләштереү, Ватанға тоғро ҡалып уны һаҡлау маҡсаттарында ойошторола. Дәүләт байрамы быуындар бәйләнешен нығыта, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиләүҙе күҙ уңында тота.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ