Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Мәскәүҙең ВДНХ халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә «Рәсәй» күргәҙмә-форумы асылды. Киләһе йылдың 12 апреленә тиклем эшләйәсәк күргәҙмәлә илдең 89 төбәге лә үҙ экспозицияларын тәҡдим итә. Сара сиктәрендә эшлекле, фәнни, милли-мәҙәни программалар ҡаралған. Төп девиз-тарих, бөгөнгө һәм киләсәк. Ул төбәктәрҙең йылдар дауамында туплаған тәжрибә таянып киләсәккә аяҡ баҫыуын, уңышлы эш тәжрибәләрен сағылдыра. Башҡортостандың экспозицияһы «Күсмә халыҡтан пилотһыҙ аппараттарға тиклем» тип атала. Уның йөкмәткеһе хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостандың «Рәсәй» форум-күргәҙмәһендәге экспозицияһы йыһан аппараты формаһында эшләнгән. Уның эсендә Республиканың төрлө тармаҡтарҙағы ҡаҙаныштары менән танышырға мөмкин. Стендтың дөйөк майҙаны 124 квадрат метр. Башҡортостан экспозицияһын күргәҙмәләге юғары технологиялы берҙән-бер майҙансыҡ тип атарға мөмкин, ул тулыһынса 3д принтерҙа баҫылған. Түшәмгә мультимедиа экраны ла урынлаштырылған. Стендтың космополитен тип аталыуы осраҡлы түгел, ти ойоштороусылар.
Күргәҙмә тәүге көн генә эшләүгә ҡарамаҫтан ҡунаҡтарҙы көтөлмәгән асыштары менән ғәжәпләндереп өлгөргән дә инде. Мәҫәлән, Беренсе каналдың мәғлүмәт программалары дирекцияһы журналисы Антон Верницкий Башҡортостанда эш сәфәре менән күп тапҡырҙар булған, әммә үҙем өсөн бөгөн Республиканы яңынан астым, ти ул.
Башҡортостан экспозицияһы төбәктең тарихын да, милли-мәҙәни хазиналарын да, йолаларын да, иҡтисади ҡеүәтен дә үҙ эсенә ала. Виртуаль сәйәхәт барышында Республиканың тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары, инновация проекттары менән танышырға мөмкин. Ошонда уҡ Башҡортостанда етештерелгән продукциялар ҙа ҡуйылған..
Мәктәп уҡыусыларының «Берлога» уйын платформаһынан яңы «Академия» уйыны, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Салауат Юлаев һәйкәле, хатта «Сода» компанияһы буйлап виртуаль сәйәхәт. Башҡортостан экспозицияһы республиканың тормошон төрлө яҡлап сағылдыра. Интерактив зонала хатта вертолет тибындағы пилотһыҙ аппарат менән идара итеп ҡарарға мөмкин. Башҡортостан Башлығы ил халҡын төбәктең ҡаҙаныштары менә танышырға саҡырҙы.
«Рәсәй» күргәҙмә-форумы 12 апрелгә тиклем эшләй. Ошо осорҙа майҙандағы экспозициялар менән 15 миллион тирәһе кеше танышыр тип көтөлә, уларҙың яҡынса 30 проценты сит ил ҡунаҡтары.
Рәмзиә Кәримова






