Ҡалтасы районында оло йәштәгеләр өсөн сәләмәт һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәге асылды

Сәйҙә серләшер, уйында күңел асыр һәм көс туплар өсөн урын барлыҡҡа килде. Ҡалтасы районында оло йәштәгеләр өсөн сәләмәт һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәге асылды. Проект урындағы ветерандар советы башланғысы менән Башҡортостан башлығы грантына ғәмәлгә ашырылған.

Йәш саҡта уйнаған бильярдты хаҡлы ялға сыҡҡас яңынан иҫкә төшөшөргә тура килә. Красный Холм ауылы ветерандар советы рәйесе Алексей Ибаев район үҙәгендә оло йәштәгеләр өсөн сәләмәт һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәге эш башлауға сикһеҙ шат.

Пенсионерҙарға тәү сиратта аралашыу мөһим. Өйҙә күңелһеҙ булып китһә, бында килеп биллиард төртөргә, шахмат уйнарға була. Бигерәк шәп урын эшләп ҡуйҙандар.

Алексей Ибаев, Красный холм ауылы ветерандар советы рәйесе

Үҙәктә хаҡлы ялдағыларҙы компьютерҙа эшләргә өйрәтеү өсөн мөмкинлектәр булдырылған. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба ала.

Оло йәштәгеләр өсөн сәләмәт һәм оҙон ғүмерерлек үҙәген рәсми асыу сиктәрендә хаҡлы ялдағылар өсөн сертификаттар ҙа тапшырылды. Уның хаҡы 2 мең һум. Был аҡсаны пенсионер үҙе теләгән хеҙмәт йәки шөғөл өсөн түләй ала.

Мәҫәлән, дауалау физкультураһын үҙ иткән бер төркөм хаҡлы ялдағылар Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге проекты сиктәрендә күңелдәренә ятҡан шөғөл тапҡан. Сертификаттарын улар аэробика күнекмәләре өсөн файҙаланырға булған.

Ҡалтасы районы ололарын берләштереү башланғысы менән урындағы ветерандар советы сығыш яһай. Проект Башҡортостан башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла.

Оло йәштәгеләр өсөн сәләмәт һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәре Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә асыла.

Башҡортостандың ветерандар советы сәләмәт һәм әүҙем оҙон ғүмерелелек проекты сиктәрендә район-ҡалаларҙа эшләп килгән оло йәштәгеләр үҙәктәре буйлап сәйәхәт маршрутын да әҙерләй. Хаҡлы ялдағылар тиҫтерҙәре менән аралашһын, аҡһаҡал һәм ағинәйҙәр тормош матурлығын тойһон тигән фекерҙә ойоштороусылар.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ