Акция сиктәрендә бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тест һорауҙарына яуап бирҙе.
Этнография диктанты 30 һорауҙы үҙ эсенә ала. Ул Рәсәйҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының милли-мәҙәни үҙенсәлектәренә ҡағыла, ҡануниәт буйынса ла һорауҙар бар. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, был сараның Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ойошторолоуы айырыуса әһәмиәтле, ул башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтенә, традицияларына ҡарата ихтирам, ҡыҙыҡһыныу яута. Ә бөгөнгө шарттарҙа беҙ тыныс, имен тормош нигеҙендә тап милли, дини татыулыҡ, берҙәмлек ятыуын тағы ла тәрәнерәк аңлайбыҙ.






