Рәсәй Президенты гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған сара был юлы ла ҡатнашыусыларҙы күпләп йыйҙы. Оҫталар менән бергә, мәктәп йәшендәгеләр ҙә өйрәнергә килде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Оҫталыҡ дәресе ҡатнашыусыларҙы баласаҡ хәтирәләренә лә алып ҡайтты. Ваҡытында әсә-өләсәһенең һуҡма шәлдәрендә үҫкәндәр бөгөн ейәнсәрҙәренә өйрәтә. Әлегеһе замансалаштырылған вариант. Әммә, тәү сығанағынан тайпылмаған.
Башҡорт шәле туҡымаһын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе Рәсәй президенты гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Глобалләшеү һәм мәғлүмәтләштереү осоронда башҡорт халҡының үҙенсәлекле кәсепселек традицияларын һәм халыҡ ижадын һаҡлау өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Ошо маҡсатта проект ҡатнашыусыларын гармониялы үҫтереүгә һәм мәҙәни яҡтан байытыуға булышлыҡ итә.
Ғөмүмән, башҡорт халҡында шәл төрҙәре күп төрлө. Баш ҡалалағы оҫталыҡ дәресе уның тик береһен, тағы ла боронғораҡ булғанын өйрәтеүгә ҡоролдо. Әбйәлил районына хас һуҡма шәл ғилми хеҙмәттәрҙә, картиналарҙа ла мәңгеләштерелгән. Рәссам Әхмәт Лотфуллиндың эштәрен миҫалға килтереү ҙә етә. Халыҡ араһында киң танылған «Алтын көҙ», «Өс ҡатын», «Көтөү» кеүек картиналар үҙәгендә тап Әбйәлилдең һуҡма шәле һүрәтләнгән.
Әйтәйек, боронғо кәсеп Әбйәлил районының бөгөн Амангилде, Үтәгән һәм Буранғол ауылдарында һаҡланған. Әлеге оҫталыҡ дәресе лә тап ошо төбәк оҫталары кәңәшенән сығып тормошҡа ашырыла. Бәйләнгән шәлдән һуғылғаны ла халыҡ брендына әйләнергә тейеш. Сөнки, бындай төр әйбер донъяла бер халыҡта ла ҡабатланмай.
Азат Ғәлиуллин






