Ишембай һәм Бөрйән райондарын асфальт юл тоташтырасаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дүрт этаптан торған яңы трасса төҙөү проекты менән танышты. Транспорт артерияһының бер өлөшөн тулыһынса төҙөргә кәрәк, ҡайһы бер участкалар реконструкцияға мохтаж.
Республика етәксеһе Ишембай районының Маҡар ауылынан Ҡолғона йүнәлешендәге объект төҙөлөшөнөң беренсе этабы башланасаҡ урынды ҡараны. Ошо маҡсатта республика бюджетында 300 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Һуңғы этап сиктәрендә Белорет районының Үрге Әүжән ауылына тиклем юл һалынасаҡ. Маҡарҙан Ҡолғона ауылына ҡәҙәр юл төҙөлөшө 2027 йылға тамамланырға тейеш. Яңы юл урындағы халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу менән бер рәтән, Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә яңы этәргес бирер тип көтөлә.
Радий Хәбиров Ишембайҙа башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙанында ла булды. Быйыл төҙөкләндереү проектының икенсе этабы тормошҡа ашырылды. Яҡтыртыу ҡоролмалары, видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған, яҡындағы ике урам тәртипкә килтерелгән. Майҙан комплексын яңырытыу буйынса эш киләһе йыл тамамланасаҡ.



