Башҡортостан делегацияһының Ҡытайға өс көнлөк эш сәфәре башланды

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров яҙҙы. «Программа бик бай, партнерҙар менән осрашыуҙар, Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция потенциалын презентациялау, халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашыу. Волга буйы федераль округы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Янцзы йылғаһының Үрге, Урта ағымы төбәктәренең хеҙмәттәшлек буйынса советы ултырышы ла төп сараларҙың береһе.

Сәфәр сиктәрендә хеҙмәттәшлек тураһында 15 килешеүгә ҡул ҡуйыу, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәр үткәреү планлаштырыла. Бөгөн беҙ Ҡытай партнерҙар менән әүҙем аралашыу рәүешенә кире ҡайтабыҙ. Был ил 24,2 процент өлөш менән республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә беренсе урынды биләй. Башҡортостан предприятиеларының Ҡытайға экспорты бөгөн машиналар эшләү продукцияһын, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, химия сәнәғәте продукцияһын, шулай уҡ ағас оҙатыуҙан тора», - тип яҙған Андрей Назаров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ