Янғындарҙы иҫкәртеү буйынса эш байрам һәм ял көндәрендә лә туҡтамай. Сираттағы профилактик сара баш ҡаланың Орджоникидзе районына ҡараған Тимашев ауылында үтте. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Тимашев ауылы йорттарына күптән газ үтһә лә, бында йыл әйләнәһенә йәшәгән халыҡтың күбеһе мунса төҙөгән. Шуға күрә мейес яғыу буйынса янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү урынлы.
Белгестәр күҙәтеүе буйынса ут башлыса торбаның ҡыйыҡҡа ултыртылған урынында сыға. Шуға күрә торбаны кирбес, йәки янмай торған материал менән көпләү яҡшы. Мейес алдында иһә осҡондан һаҡлаусы тимер ҡалай булыуы шарт.
Янғын һүндереүселәр йорттарҙы һәм ихаталағы кәртә-ҡаралтыны ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү буйынса кәңәш бирҙе. Шулай уҡ, янғын хеҙмәтенең телефон һандары иҫкә төшөрөлдө.
Янғын һағы вәкилдәре билдәләүенсә, көҙгө-ҡышҡы осорҙа йылытыу системалары кеше тарафынан даими контролдә тотоуға ғына түгел, ә ваҡытында техник хеҙмәтләндереүгә, шулай уҡ ремонтҡа мохтаж. Хәүефле ҡорамалдарҙы эшләгән килеш ҡалдырыу, йәки уны ҡарап тороуҙы бәләкәй балаларға йөкмәтеү бик хәүефле һәм быға юл ҡуйырға ярамай.
Өҫтәмә хәүефһеҙлек сараһы булараҡ - өйҙәргә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйырға кәңәш ителә.
Әлфинә Килдейәрова






