Ҡалтасы районында яугир яҡташтарыбыҙға ярҙам туплау дауам итә

100-сө ылау. Ҡалтасы районында яугир яҡташтарыбыҙға ярҙам туплау дауам итә. Берәүҙәр боҙолмай торған аҙыҡ-түлек әҙерләһә, икенселәр эш ҡоралдары туплай. Красный Холм ауылының йылылыҡ селтәрҙәре муниципаль предприятиеһында элекке мәктәп автобусын йүнәтеп, мобиль мунса яһағандар. Район үҙәгендә иһә халыҡ маскировкалау селтәре үреү буйынса өмәләр ойоштора. БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Тыштан яғыла, эстән йылына. Элекке мәктәп автобусын оҫталар мунса итеп үҙгәрткән. Махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтҡандан һуң Красный Холм йылылыҡ селтәрҙәре муниципаль предприятиһе вәкилдәре Башҡортостан мотоуҡсылар полкы яугирҙары өсөн ярҙам әҙерләргә булған.

Мәктәп автобусын мунса итеп үҙгәртеү өсөн махсус проект әҙерләнгән. Эштәр уның нигеҙендә башҡарылған.

Мунса өс өлөштән тора.Йылыныу, йыуыныу һәм кибенеү урындары айырым эшләнгән. Автобус эске яҡтан тулыһынса йылытылған һәм йүкә таҡталар менән ҡапланған.

Предприятие полк яугирҙары өсөн УАЗ автомобилдәрен дә йүнәтеп әҙерләп ҡуйған. Гуманитар ылауҙы предприятие хеҙмәткәрҙәре позицияларға уҡ илтеп тапшырырға ниәтләй.

Ҡалтасы районы Йәштәр үҙәгендә өмә бара. Мәктәп уҡыусылары көҙгө каникулда ололарға ярҙамға килгән. Барыһы ла берҙәм көс менән ҡышҡы маскировкалау селтәрҙәре үрә.

Ҡалтасы районында маскировкалау селтәрҙәрен әҙерләүҙә урындағы мосолман мәхәлләһе лә әүҙем ҡатнаша. Һаҡланыу сараһына доғаларыбыҙҙы ла ҡушып үрәбеҙ ти ағинәйҙәр.

Ярҙамыбыҙ менән еңеүҙе яҡынайтырға теләйбеҙ. Башҡортостандан ебәрелгән һәр әйбер дошманды ҡыйратырға, батыр егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирһен тигән фекерҙә Ҡалтасы районы халҡы.

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ