Төҙөүселәр 15 ноябрҙә кампуста эштәрҙе теүәлләргә тейеш

Башҡортостан Башлығы бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге студент ҡаласығы “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы концессион килешеү буйынса һалына. Объект төҙөлөшө ике өлөшкә бүленгән. IQ-парк йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Радий Хәбиров юғары уҡыу йорттарына буласаҡ лабораторияларҙы йыһазландырыуҙы һуңлатмаҫҡа ҡушты. Төҙөүселәргә йылдам эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Төҙөүселәр 15 ноябрҙә кампуста эштәрҙе теүәлләргә тейеш

Кампустың икенсе өлөшө 2025 йылдың декабренә тиклем төҙөлөп бөтөргә тейеш.

Фото №1 - Төҙөүселәр 15 ноябрҙә кампуста эштәрҙе теүәлләргә тейеш
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ