Муса Гәрәев исемендәге осоусылар әҙерләү мәктәп- интернаты тәрбиәләнеүселәре Һамарға парадта ҡатнашырға юлланды. Хәтер сараһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР - ҙың запас баш ҡалаһы Куйбышев ҡалаһында уҙған хәрби парадҡа арналған.
1941 йылдың 7 ноябрендә ойошторолғаны бөтә донъяға совет халҡының берҙәмлеген, ауыр һынауҙар алдында сыҙамлығын һәм батырлығын күрһәткән. Ул тәүге тапҡыр 2011 йылда Һамарҙа төбәк башлығы Дмитрий Азаров, ветерандар, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары тәҡдиме буйынса үткәрелгән.
Быйыл парадта 100-ҙән ашыу парад расчеты ҡатнаша. Унда Рәсәй төбәктәре, Донецк Халыҡ республикаһы һәм Һамар өлкәһенең юнармейцтары, кадеттары, хәрби-патриотик клубтары инә..






