Илебеҙ баш ҡалаһында “Рәсәй” тип аталған ҙур күргәҙмә эшләй башланы. Унда бөтә 89 төбәк экспозицияһын тәҡдим итә. “ФедералПресс” агентлығы Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәгенә килгән халыҡ араһында фекер белешкән. Респонденттарҙың 38 проценты беҙҙең республика стендына өҫтөнлөк биргән. Артабан Алтай һәм Томск өлкәһе күргәҙмәләре килә. Башҡортостан стенды ВДНХ майҙансығына килеп төшкән үҙенсәлекле йыһан карабын хәтерләтә. Экспозицияны әҙерләгәндә юғары технологиялар ҡулланылған. Ул “күскенселәрҙән пилотһыҙ осҡостарға тиклем тигән” төшөнсә буйынса эшләнгән. “Рәсәй” күргәҙмәһе апрелгә тиклем дауам итә. 3 декабрҙә Башҡортостан көнө була.







