Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары ярты миллиондан ашыу тонна шәкәр сөгөлдөрөн эшкәрткән. Әлеге көндә дөйөм майҙандарҙың 95 процентында татлы тамыр ҡаҙып алынған, 1 миллион 560 мең тонна уңыш йыйылған. Быйыл республикала был культура 19 районда 47 мең ярым гектарҙа ултыртылды.







