Өфөлә «Ауыл менән һынау» фильмының премьераһы уҙҙы

Фильмды Ҡарасәй-Черкес республикаһында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ижади төркөмө төшөргән. Ике республика араһындағы ижади хеҙмәттәшлек һөҙөмтәле, кинокартина Рәсәй фестивалдәрендә бер нисә награда яулап өлгөргән дә инде. Фильм Ҡарасәй-Черкес республикаһының баш ҡалаһында һәм хозур тәбиғәтле бер нисә ауылында төшөрөлгән. Фильм тағы ла нимәһе менән үҙенсәлекле? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина һөйләй.

Туған телдән һәм мәҙәниәттән айырылыу темаһы фильмда төп темаға әүерелә. Сюжетҡа ярашлы, 12 йәшлек Тимур исемле ҡала малайы ауыл мөхитенә килеп эләгә. Үҫмергә бындағы донъя бөтөнләй ят.

Фильмды ҡараусылар нуғай һәм башҡорт телдәренең ниндәй кимәлдә оҡшаш икәненә инана. Етди мәсьәләләр фильмда еңелсә, комедия жанры алымдары ярҙамында тамашасыға еткерелә. Кинокартинала өлкәндәр менән иҫәнләшеү тәртибе, ат сабышы, бишек туйы кеүек йолалалар күрһәтелә.

Фильмда уйнаусылар - һәүәҫкәр актерҙар. Ролдәрҙә картина төшөрөлгән ауылдарҙа йәшәүселәр үҙҙәре уйнай. Төп ролдәге Тимур образы ла, уның олатаһы ла битараф ҡалдырмай. Актерҙар урындағылар булһа, төшөрөүселәр беҙҙең республика ижадсылары. «Башҡортостан» киностудияһы ижади төркөмө фильмды бер ай ярым төшөргән.

Фильм төшөрөү процесында ижади төркөм төрлө мажараларға юлыҡҡан. Әйтәйек, ауылдағы йортто сағыу төҫтәргә буятырға тура килгән. Нуғай халҡында ундай күренеш һирәк.

Фильм премьераһы Өфөнөң «Родина» кинотеатрында үтте. «Ауыл менән һынау» республика райондарында ла күрһәтеләсәк. Ә продюсерҙар кинокартинаның икенсе өлөшөн әҙерләү менән мәшғүл.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ