Был турала Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына юлдарҙы төҙөкләндереүҙе контролдә тоторға, декабрҙә башҡарылған эштәр буйынса доклад әҙерләргә ҡушты.
Башҡортостанда проблемалы юлдар программаһы Республика башлығы башланғысы менән булдырылған. Быйыл уны тормошҡа ашырыу өсөн 4 миллиард һум аҡса бүленгән.







