Башҡортостанда махсус тәғәйенләнештәге автомобилдәр етештерелә башлауы ихтимал

Башҡортостанда махсус тәғәйенләнештәге автомобилдәр, атап үткәндә «ашығыс ярҙам» машиналары етештерелә башлауы ихтимал.

Был мәсьәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың сит ил автоконцерны етәксеһе Ма Цзэнхуа менән осрашыуында тикшерелде. Ҡытай Башҡортостан өсөн кооперацияның өҫтөнлөклө йүнәлеше һәм ҡыҙыҡлы партнер булып ҡала, тәү сиратта сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр йәһәтенән, тип билдәләне Андрей Назаров. Бизнес-делегация составында республика предприятиелары һәм үҫеш институттарының 40-тан ашыу вәкиле бар. Сәфәр барышында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, эшлекле һөйләшеүҙәр үткәреү планлаштырыла. Бынан тыш, Ҡытай Халыҡ Республикаһында Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисад потенциалы презентацияланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ