Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында Илшат Ғәлин иҫтәлегенә икенсе асыҡ волейбол турниры үтте

Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында Миңлеғәле Шайморатов һәм «Ҡаһарманлыҡ» ордендары кавалеры, хәрби хәрәкәттәр ветераны, сержант Илшат Ғәлин иҫтәлегенә икенсе асыҡ волейбол турниры үтте.

Ярышта бөтәһе 5 команда көс һынашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштерергә, йәш быуынды батырҙар рухында тәрбиәләргә ярҙам итә. Әбделмәмбәттә шулай уҡ Германияла хеҙмәт итеүсе совет ғәскәрҙәре төркөмө, һауа-десант, разведка ғәскәрҙәренә стелалар асылды. Был арт объекттар райондың ветерандар ойошмаһы ағзаларының көсө менән ҡуйылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ